Бөгөн палатаның йомғаҡлау ултырышы үтте. Коронавирус пандемияһы, махсус хәрби операция... Алтынсы составҡа ил, республика өсөн ҡатмарлы шарттарҙа эшләргә тура килә. Әммә йәмәғәт палатаһы ағзалары әүҙем гражданлыҡ позицияһы күрһәтә, илһөйәрлек өлгөһө булып тора.
Улар власть органдары менән берлектә халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барыуҙа, ярҙам ойоштороуҙа алғы һыҙыҡҡа баҫа. Тап алтынсы состав һайлауҙың асыҡлығын, ғәҙеллеген тәьмин итеү маҡсатында йәмәғәт күҙәтеүселәрен булдырыу тәҡдимен индерә һәм был ниәтте уңышлы тормошҡа ашыра. Шулай уҡ Палата тарафынан йәмғиәттә ир-егеттәрҙең абруйын күтәреү, өлгөлө ғаилә башлыҡтарын данлау маҡсатында «Атайлыҡ даны» наградаһы ла булдырыла. Һеҙ дәүләт органдарының ныҡлы таянысы, пандемия, махсус хәрби операция шарттарында эшәмәкәрлегегеҙ быны асыҡ күрһәтте, тине Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев бөгөнгө ултырышта.






