Ауыл йылдам үҫешә, әле унда 3 мең ярым кеше йәшәй. Уларҙың күбеһе көн һайын Өфөгә йөрөп эшләй, уҡый. Йәмәғәт транспорты хеҙмәте менән ҡулланыусылар ҙа бихисап. Ләкин автобустарҙың хәрәкәт итеү интервалы бер сәғәткә тиклем еткәне лә бар, ти урындағы халыҡ. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.
Иртәнге сәғәттәрҙәге күренеш. Эшкә, уҡыуға ҡабаланған халыҡ тығылып булһа ла йәмәғәт траспорты менән ҡалаға барып етергә тырыша. Берҙән-бер 131-се маршрут һирәк йөрөй. Шамонин һәм Шмидтов ауылдарында йәшәүселәр был мәсьәләне беренсе тапҡыр ғына күтәрмәй.
131-се маршрут Шамонин ауылынан ҡуҙғалып Шмидтов, Бурцев, Федоровка ауылдары аша үтә. Өфөгә Кузнецов Затоны яғынан инеп, Зәки Вәлиди, Цюрупа урамдарынан Үҙәк баҙарға, артабан Октябрь проспекты буйлап Ҡала мәҙәниәт һарайына тиклем бара. Йәмәғәт транспорты 70-кә яҡын туҡталыш яһап, пассажирҙар ташый.
Автобусҡа ҡыҫылып тигәндәй инеп, баҫып ҡайтырға тура килә уларға. Өҫтәүенә, көн һыуытҡас үҙ машиналарын өйҙә ҡалдырып, йәмәғәт транспортына күсеп ултырыусылар арта.
Йәмәғәт трансортында үҙебеҙ йөрөп ҡарарға булдыҡ. Автобустың ҡасан киләсәген белмәйбеҙ, туҡталышҡа график эленмәгән. Ҡалаға сәфәр ҡайһы берәүҙәр өсөн тулы булмаған эш көнөнә тиң. Мораҙым Ишморатов көн һайын ейәнсәрен уҡыуҙан алып ҡайтыр өсөн Өфөгө йөрөй, өйҙән сығып китеп кире әйләнеп ҡайтҡансы 5 сәғәт китә, ти ул.
Мәсьәләне хәл итеү маҡсатында Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министры, Өфө районы хакимиәте башлығы урындағы халыҡ менән осрашты. Туҡталыш эргәһендә башланған ҡыҙыу әңгәмә Шмидтов клубына күсте. Осрашыу барышында автобустың һирәк йөрөү мәсьәләһе генә түгел, ҡайһы бер водителдәрҙең «Алға» картаһын ҡабул итмәү осраҡтары һорауы ла күтәрелде.
Мәсьәләгә хәл итеүгә бәйле тикшереү комиссияһы булдырыласаҡ. Унда министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре һәм урындағы халыҡ инәсәк. Шулай уҡ йәмәғәт транспортының хәрәкәт итеү интервалын көйләү өсөн өҫтәмә маршрут әҙерләнәсәк тип вәғәҙәләй хөкүмәт вәкилдәре.
Әлфинә Килдейәрова






