1986 йылдың 30 ноябрендә Чернобыль атом электростанцияһының 4-се блогын ҡаплаусы көмбәҙҙе төҙөү тамамлана. Объектты файҙаланыуға тапшырылыуҙың 37 йыллығына арналған митинг авария эҙемтәләрен бөтөрөүсе геройҙар һәйкәле янында уҙҙы. Бер минут тынлыҡтан һуң, ғәҙәттән тыш хәл ветерандары, дәүләт эшмәкәрҙәре һәм башҡалар мемориалға сәскәләр һалды. Авария ветерандары өсөн дәүләттән ярҙам саралары күрһәтелә. Льготалар исемлеген яңыртыу ҡарала.
Чернобыль аварияһы бөгөнгәсә донъя атомы тарихындағы иң эре техноген һәләкәт һанала. Ул саҡта Припять ҡалаһынан эвакуацияланған 47 меңдән ашыу кеше йорттарына ҡайта алмай. Радиоактив өлөштәрҙең һауаға эләгеүен кәметеү өсөн төҙөлә башлаған «Саркофаг» конструкцияһы 206 көндә әҙер була. Төҙөлөштә ғалимдар, төҙөүселәр, шахтерҙар, хәрбиҙәр - йәмғеһе 90 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Эш тәүлек әйләнәһенә алып барыла. Бөгөн элекке ҡоролманы яңы, 2019 йылда файҙаланыуға тапшырылған көмбәҙ ҡаплаған.






