Өфөлә Белорет районынан сыҡҡан яҡташтар осрашты. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ул «Белореттар- беҙ бергә!» исеме аҫтында үтте. Белорет районы хакимиәте һәм «Артыш» яҡташтар ойошмаһы тарафынан уҙғарылған сара махсус хәрби операцияға ярҙам маҡсатында ойошторолдо. Концертҡа билет һатыуҙан килгән аҡса тулыһынса алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ебәрелә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Яҡташтар осрашыуы Белорет районы хакимиәтенең Өфө студенттары менән һөйләшеүенән башланды. Йәштәрҙе дипломлы белгес булараҡ Кесе Ватанға эшкә ҡайтыуҙары ҡыҙыҡһындыра. Тик урында юлһыҙлыҡ мәсьәләһе, зәңгәр яғыулыҡтың булмауы, медицина, мәҙәниәт һәм спорт кеүек тармаҡтарҙа файҙаланырлыҡ заманса ҡоролмаларҙың етешмәүе борсой. Һәр һорауға хакимиәт вәкилдәре яуап тотто. Киләсәктә ниндәй шарттар тыуҙыраласағын, райондан күрһәтелгән ярҙам тураһында бәйән итте.
Әйткәндәй, Белорет районынан сыҡҡан яҡташтар осрашыуы Өфөлә һуңғы тапҡыр 15 йыл элек ойошторолған. Ошо ваҡыт эсендә һөйләшәһе һүҙҙәр, бергәләп хәл итәһе мәсьәләләрҙең йыйылыуы билдәләнде.
Яҡташтар осрашыуына килеүселәрҙе Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы фойеһында ойошторолған күргәҙмә ҡаршы алды. Экспозицияға сығарылған картиналар республиканың таулы-урманлы төбәген күҙ алдына баҫтырһа, бер-береһен ҡабатламаған ҡул эштәре төбәк уңғандары менән ғорурлыҡ хисе уятты. Йөйәк ауылынан Гөлсирә Салауатова сараға эштәренең тик бер өлөшөн генә килтергән. Шулай ҙа ул Ҡатай ырыуының тотошлай бай милли-мәҙәни мираҫын сағылдырҙы.
Асы ауылынан «Еңгәләр» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле яҡташтарҙы ла бейетте. Рухлы йыр-моң артабан тамашасы залын да яңғыратты. Сәхнәлә шулай уҡ районда башҡарыласаҡ эштәр барланып, киләсәккә аныҡ маҡсаттар ҡуйылды. Шуларҙың береһе Асы менән Йөйәк ауылдарында яңы мәҙәниәт йорто төҙөү.
Азат Ғәлиуллин



