Башҡортостандың милли симфоник оркестры бишенсе Ҡышҡы юбилей фестивален үткәрә

Ҡышҡы фестиваль үҙ ишектәрен аса. Башҡортостандың милли симфоник оркестры 1 декабрҙән 28-нә тиклем бишенсе Ҡышҡы юбилей фестивален үткәрә, ул быйыл Сергей Рахманиновтың 150 йыллығына арнала. Фестиваль мәҙәниәт өлкәһендә сағыу ваҡиға буласаҡ. Башҡортостандың дәүләт оркестры менән бергә донъя кимәлендәге солистар - Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Александр Гиндин, Рәсәйҙең халыҡ артисы Владимир Овчинников, Халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Станислав Корчагин, Филипп Копачевский, Шәүрә Сәғитова сығыш яһай.

Ҡышҡы фестиваль бөйөк рус композиторы Сергей Рахманиновтың тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған сараларҙы йомғаҡлай. Фестивалдең дүрт концертында Сергей Рахманиновтың патриотизм менән һуғарылған һәм донъя симфоник музыкаһының хазинаһы булған күренекле әҫәрҙәре яңғыраясаҡ.

Артур Нәзиуллин, Башҡортостандың милли симфоник оркестры директоры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ