Өфө дәүләт нефть техник университеты 75 йыллығын билдәләй

Башҡортостан Башлығы Өфө дәүләт нефть техник университетының 75 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты. Радий Хәбиров вуз ветерандарын, уҡытыусыларын һәм студенттарын юғары уҡыу йортоноң юбилейы менән ҡотланы, дәүләт наградалары тапшырҙы. Ҡара алтын табыу һәм башҡа тармаҡтар өсөн кадрҙар әҙерләүсе мәғариф учреждениеһының тарихы һәм бөгөнгөһө тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.

1941 - И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институты Черниковск ҡалаһына йәки хәҙерге Өфөнөң Орджоникидзе районына эвакуациялана. Ике йылдан вуз кире Мәскәүгә ҡайтарыла, ә Өфөлә филиалы асыла. 1948 йылдан ул эшмәкәрлеген Өфө нефть институты исеме аҫтында дауам итә. 2016 йылда уҡыу йортона Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты ҡушылғандан һуң, Өфө дәүләт нефть техник университеты илдең терәк вуздары исемлегенә инә.

Юғары уҡыу йортоноң 75 йыллыҡ юбилейына арналған тантанаға профессорҙар, уҡытыусылар уны төрлө йылдарҙа тамамлаған студенттары йыйылды.

75 йыл эсендә нефть һәм газ өлкәһе, химия технологиялары, машиналар эшләү, төҙөлөш, архитектура һәм башҡа тармаҡтар өсөн 125 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән.

Кадрҙар әҙерләү студент эскәмйәһендә башлана, был ысынлап та, шулай. Беҙҙең студенттар вуз тамамлағандан һуң 100 процент тиерлек үҙ һөнәре буйынса эшкә урынлаша. Уртаса эш хаҡы буйынса ла күрһәткестәр юғары.

Олег Баулин, Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры

Бында 400 - гә яҡын программа буйынса 23 меңдән ашыу студент һәм аспирант уҡый, шул иҫәптән яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән 2 меңдән ашыу кеше белем ала.

Беҙ бында Ҡытай мәҙәниәте үҙәге астыҡ. Күп йылдар хеҙмәттәшлек итәбеҙ, Рәсәй- ҡытай дуҫлығы ныҡлы тип әйтә алам.

Чжан Ци, Өфө дәүләт нефть техник университетының почетлы профессоры

Юғары уҡыу йортонда геологик тикшеренеүҙәр, скважиналар быраулау, углеводород, нефть һәм газ транспортын сығарыу, нефть эшкәртеү, нефть-газ химияһы, төҙөлөш һәм инженер технологиялары буйынса фәнни асыштар һәм ҡаҙаныштарға ирешелгән.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ