Һауа торошона бәйле бөгөн федераль юлда пассажир автобустары, маршрут һәм еңел таксиҙар, йөк транспорты өсөн хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү индерелде. Урында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы экипаждары эшләй.
Водителдәргә ярҙам күрһәтергә кәрәк булған осраҡта Иглин районының Майский ауыл эргәһендә ҡотҡарыусылар мобиль йылытыу пунктын йәйелдергән. Шулай уҡ тағы бер мобиль йылытыу пункты асыу өсөн 1501-се километрға бөтә кәрәкле әйберҙәр менән хеҙмәткәрҙәр сыҡҡан.
Бынан тыш, Өфө - Инйәр - Белорет, Учалы-Мейәс, Бөрө - Таҙтүбә - Һатҡы юлдарында ла транспорт хәрәкәте сикләнгән. Ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу өсөн берҙәм телефон һандары 112. Һорауҙар булғанда республика юл хужалығы идаралығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән диспетчер бүлегенә лә мөрәжәғәт итергә мөмкин.






