«Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһында фирҡә алдында торған бурыстар билдәләнде, йыл дауамында башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды. Депутаттар һәм фирҡә вәкилдәре Президиум ағзаларын яңынан һайланы. Әүҙем эшмәкәрлек күрһәткән Берҙәм рәсәйлеләр, ирекмәндәр Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев һәм республика башлығы Радий Хәбиров исеменән рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.



