Өфөлә «Учалы - Евразия йөрәге» тип исемләнгән осрашыу үтте

Учалы яҡташтар йәмәғәт ойошмаһына 30 йыл. Өфөлә иҫтәлекле ваҡиға сиктәрендә «Учалы - Евразия йөрәге» тип исемләнгән осрашыу үтте. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Яйыҡ һәм Ағиҙел йылғаларынан көс алыусы яҡташтар осрашыуы Советтар Союзы Геройы Александр Матросов һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Учалылар илебеҙҙҙе фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә башын һалған ҡаһарманды бер ҡасан да онотмай, йәш быуынға өлгө итеп ҡуя.

Республиканың төп концерт залы фойеһында Еропа менән Азия ҡитғаларын тоташтырған төбәк эшҡыуарҙары күргәҙмәһе ойошторолдо. Унда Учалыла етештерелгән ювелир изделиелар, ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәре, милли ризыҡтар, сувенир продукцияһы тәҡдим ителде. Яҡташтар араһында тыуған ауылында мәсет төҙөүсе, районда телефон бәйләнешен үҫтереүсе, Учалыға даими автобус рейстарын астырыусы, юлдар төҙөтөүсе, райондаштарына алыҫ Себер тарафтарында эш табып төпләнергә ярҙам итеүсе Йәүҙәт Ғәлимов та бар. Учалылар йыйынына ул Мәскәүҙән махсус ҡайтҡан.

Учалылар данлыҡлы яҡташтары, спорттың күп алыш төрө буйынса «Бәйге» проекты авторы, көс экстримы һәм функциональ күп алыш буйынса Рәсәй һәм Башҡортостан призеры Раил Бикмаев менән дә хаҡлы ғорурлана. Ул йәштәрҙе көслө, ҡыйыу, батыр итеп тәрбиәләүгә күп көс һала.

«Учалы-Евразия йөрәге» яҡташтары осрашыуында ҡатнашыусылар хәйриә акцияһына ла ҡушылды. Өфөлә йәшәгән учалылар килтергән китаптар яңы төҙөләсәк полилингваль мәктәп китапханаһына тапшырылды.

Китап йәрминкәһендә телевидение ветераны Луиза Фархшатованың яҡташы, Башҡортостандың халыҡ артисы Нәжиә Аллаярова хаҡында автобиографик «Һандуғас ҡөҙрәте» китабын авторҙың һәм төп геройҙың автографы менән һатып алырға мөмкин ине.

Яҡташтарын Федерация советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова видеобәйләнеш аша тәбрикләне.

Утыҙ йыл дауамында яҡташлыҡ менән көслө булып танылған йәмәғәт ойошмаһына Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевтан маҡтау ҡағыҙы тапшырылды. Район үҫеше, милли кадрҙар әҙерләүҙә һөҙөмтәле эштәре менән айырылып тороусылар тырышлығы иҫтәлекле бүләктәр менән баһаланды. Яҡташтар осрашыуы тамырҙары Учалы районынан булған сәхнә йондоҙҙары концерты менән тамамланды..

Учалы яҡташтар йәмәғәт ойошмаһы Өфөлә белем алған район йәштәренә йүнәлеш бирә, өлкән быуын хаҡында хәстәрлек күрә, махсус хәрби операциялағы яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итә, илһөйәрлек хистәрен нығыта. Йыйындар рәсмилектән азат һәм районға файҙа килтерерлек булһын, тигән һығымтаға килде яҡташтар.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ