Башҡортостан башлығы етәкселегендә сираттағы «Инвестиция сәғәте» уҙҙы. Көн тәртибенә сығырылған проекттарҙың икәүһе Благовещенда юл үткәргестәр төҙөү өсөн металл конструкциялар етештереү тураһында бара. Тимер-бетон һәм металл урҙаларҙы Рәсәйҙең иң ҙур төҙөлөшөнә оҙатыу планлаштырала.
Благовещенда тағы бер проект - юл төҙөлөшөндә һәм нефть сығарыуҙа талап ителгән мембраналы материалдар етештереүҙе яйға һалыу. Шулай уҡ кәңәшмәлә Черниковка йөк станцияһының контейнер майҙансығын реконструкциялау проекты тәҡдим ителде. Бынан тыш, «Абҙаҡ» курортында яңы торлаҡ корпусын төҙөү ҡарала. Был туристар һанын артырыуға, тимәк, тау саңғыһы инфраструктураһын үҫтереүгә өҫтәмә импульс бирәсәк, тине инвесторҙар.






