Эшҡыуарлыҡ һәм ижад тармағын берләштергән сарала кино индустрияһы, сәнғәт, киң мәғлүмәт саралары белгестәре Башҡортостанда креатив индустрия өлкәһен үҫтереү юлдары буйынса фекер алышты.
Форумда туризмға ҡағылышлы мәғлүмәтте ҡыҙыҡлы һәм заманса ысулдар менән таратыу, тамашасыларҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн алдынғы тәжрибәләр ҡаралды. «Креатив индустрия» форумында Мәскәүҙән һәм башҡа ҡалаларҙан килгән белгестәр сығыш яһаны.






