Баймаҡта алтын туйҙарын билдәләүсе бәхетле 3 парҙы тәбрикләнеләр

50 йыл бергә. Ошо көндәрҙә Баймаҡ ҡала хакимиәте менән ЗАГС бүлеге алтын туйҙарын билдәләүсе бәхетле 3 парҙы тәбрикләне. Тантаналы ғүмер байрамы хаҡында киләһе яҙмала.

Баймаҡ районында 50 йыл бергә татыу, бәхетле йәшәгән парҙар бихисап. Уларға Республика башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәре тапшырылды. Бер-береһен аңлап, хөрмәт итеп йәшәгән Надежда һәм Рауил Аҫылғужиндар ҙа шундай ғаиләләрҙең береһе.

Камил Мөсәлимов Баймаҡ автотранспорт ойошмаһына йүнәлтмә буйынса эшкә килә һәм шунда кассир булып эшләгән йәш һылыу ҡыҙ Вәзимәне осрата. Йәштәр ҡауышып, ярты һүҙҙән аңлап, бәхетле, мөхәббәтле тормош юлы уҙғандар. Мөсәлимовтар 4 балаға бүләк иткән.

Нәзифә менән Риза Хәйбуллиндар ҙа матур ғүмер кисергән парҙарҙың береһе. Уларҙың яҙмыштарын бергә бәйләгән көндәренә лә 50 йыл ғүмер үтеп киткән. Баймаҡ һөнәрселек училищеһы таныштырған ғаиләлә 3 ҡыҙ үҫкән.

Татыу ғаилә үрнәге булған парҙарҙың ярты быуат тигеҙ ғүмер үтеүе оло батырлыҡ. Эшләгән урындарында хөрмәт ҡаҙанып, тәрбиәле балалар үҫтереп, матур тормош юлы үткән өлгөлө ғаиләләргә ҡарап һоҡланырлыҡ. Киләсәктә ошондай бәхетле парҙар күп булһын!

Альбина Байегетова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ