Минеңсә, беҙҙең ҡурсаҡ театры яҡшы килеп сыға. 23 декабрҙә ул балаларыбыҙ өсөн үҙ ишектәрен аса. Һөйөнөслө яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров уртаҡлашты. «Мәҙәниәт» милли проекты һәм Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек сиктәрендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында реконструкция эштәре финиш һыҙығына сыҡты. Театр эргәһендә «Әкиәт аллеяһы» барлыҡҡа килә. Шулай уҡ асыҡ һауала музей булдырыла, бында Рәсәйҙең ЮНЕСКО реестрына индерелгән 12 ҙур объектының, Башҡортостандың дүрт тәбиғәт ҡомартҡыһының миниатюралары урынлаштырыла. Театрҙың яңы төкәтмәһендә витраж быяла артында кафе, ҡунаҡтар өсөн холл буласаҡ. Архитекторҙар стеналағы элекке совет осорондағы мозайканы ла һаҡлап алып ҡалған. Кескәйҙәр яңыртылған театрҙа тәүге премьераны Яңы йыл алдынан уҡ йәш ҡарай аласаҡ.



