Өфөлә юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн дүрт йөҙгә яҡын техника йәлеп ителгән

Ҡыштың тәүге һынауы. Өфөлә көслө яуым-төшөм булыуға бәйле юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу, көрттәрҙе йырыуға дүрт йөҙгә яҡын берәмек махсус техника йәлеп ителгән. Коммуналь хеҙмәттәр көсөргенешле режимда эшләй. Тәртип өсөн яуаплылар менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Ноябрь ҡар менән һөйөндөрмәне, шулай ҙа декабрь етеү менән көслө яуым-төшөмдән, хатта, көрттәр хасил булды. Коммуналь хеҙмәттәр алдында яуаплы бурыс - юлдарҙы тиҙерәк ҡарҙан таҙартып, тығындар булдырмау. Ҡеүәтле техникаға Өфөнөң ҡыҙыл линияһы һаналған Октябрь Проспектынан ғына ла күп тапҡыр үтергә тура килә. Туҡталыштарға айырыуса иғтибар - ҡул көсө талап ителә.

Водителдәрҙең ҡағиҙәләрҙе боҙоп, автомобилдәрен рөхсәт ителмәгән урындарҙа ҡалдырыуы ҡар менән көрәш мәсьәләһен киҫкенләштерә генә. Махсус техника менән үтә алмаған участкаларҙы ҡул менән таҙартырға тура килә. Шуға күрә парковка урынын һайлауға иғтибарлы булыу мөһим.

Баш ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре юлдарҙан тыш, тротуарҙарҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Хәүефһеҙлек саралары күрелә, участкаларға боҙлауыҡҡа ҡаршы махсус материалдар һибелә.

Ноябрь аҙағынан Өфөнөң Сәғит Агиш урамында ҡар иретеү пункты үҙ эшен башланы. Уның ҡеүәте тәүлегенә 1200 кубометр тәшкил итә. Күләме буйынса 60 йөк машинаһына тиң.

Объект сафҡа индерелеү менән баш ҡала үҙәгенән ҡарҙы ташыу ваҡыты күпкә кәмегән, билдәле булыуынса, быға тиклем камаз водителдәренә Ленин районындағы ҡар полигонына йөрөргә тура килгән. Ял көндәре республикала тотороҡһоҙ һауа торошо һаҡлана, юлда боҙлауыҡ булыуы, елдең көсәйеүе көтөлә.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ