Һуғым осоро башланыу менән, ауыл хужалығы йәрминкәләре ит төрҙәренә байыны. Продукция сифаты ветеринарҙар контролендә. Белгестәр көн һайын сауҙа кәштәләрен урап үтә, рейдтар барышында выжданһыҙ һатыусыларҙы билдәләй. Сифатлы ит ҡайҙа һатыла? Баш ҡала йәрминкәләрененең береһендә БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина булды.
Сертификатһыҙ ит һатылырға тейеш түгел. Йәрминкәлә сифатлы продукцияға махсус тамға ла ҡуялар. Сауҙа кәштәләренә тик ветеринар тикшереү үткән ит кенә сығарыла. Шуға ла мал табиптары уны тик рөхсәт ителгән урындарҙа ғына алырға кәңәш итә. Бындай йәрминкәләрҙә сифатһыҙ продукция осратыу ихтималлығы аҙ.
Шулай ҙа ит сифатында шикләнгән һатып алыусылар уны урында уҡ тикшереп ала. Ветеринар клиника лабораторияһы тик рөхсәт ителгән сауҙа нөктәләре буйынса йөрөй. Бында ҡыҫҡа ваҡытта иттең кәштәлә күпме ятыуын, уның сифат талаптарына яуап биреү-бирмәүен тикшерәләр.
Ит сифатын еҫ, тышҡы йөҙөнән билдәләүҙән башҡа, заманса ысулдар менән дә тикшерергә була.
Һуғым миҙгеле башланыу менән, сауҙа кәштәләре ит менән тулды. Эшсе хәбәрселәр урамында урынлашҡан йәрминкәлә төрлө - һыйыр, һарыҡ, ат, сусҡа, ҡош ите алырға мөмкин. Аҡсаң ғына етһен. Башмаҡ итенә хаҡ, әйтәйек, 480 һумдан башлана. Һатыулашырға оҫталар арзаныраҡҡа алып китә.
Йәрминкәгә республиканың төрлө район хужалыҡтарынан киләләр. Урамда буран булыуға ҡарамаҫтан, һатып алыусылар ҙа урам тулы.
Ауыл хужалығы йәрминкәләре баш ҡаланың төрлө майҙандарында ла ойошторола. Йәрминкә ҡала халҡын сифатлы аҙыҡ менән тәьмин итә, ауыл халҡына хеҙмәтенән табыш алырға ярҙам итә.
Рәзилә Ғиниәтуллина






