Тарих менән заман берләшкәндә. Бөгөн Өфөнөң Михаил Нестеров исемендәге дәүләт һынлы сәнғәт музейында һуҡма шәлгә арналған күргәҙмә асылды. «Һуғылған башҡорт шәле буйынса оҫталыҡ дәрестәре» проекты Рәсәй Президенты грантына тормошҡа ашырылған. Йөкмәткеле һәм үҙенсәлекле проекттың авторы һәм етәксеһе Гөлгөнә Баймырҙина. Боронғо һуҡма шәлде йәш быуынға танытҡан, уны һуғыу нескәлектәрен өйрәткән сара хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Зал уртаһынан ғорур атлап милли кейемдәге гүзәл заттар уҙа. Һәр береһенең иңендә һуҡма шәл. Әммә өләсәйҙәрҙән ҡалған боронғо ҡомартҡы түгел. Уларҙы ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре «Һуғылған башҡорт шәле буйынса оҫталыҡ дәрестәре» проекты сиктәрендә һуҡҡан. Проекттың авторы һәм етәксеһе фольклорсы-этнограф, Республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек етәксеһе Гөлгөнә Баймырҙина. Проект Рәсәй Президенты грантына быйыл сентябрҙән декабргә тиклем тормошҡа ашырылған.
Гөлгөнә Баймырҙина шәл һуғыу буйынса проектҡа үҙенең тыуған районы Әбйәлил оҫталарын йәлеп иткән. Улар һуҡма шәл тураһында ишетеп кенә белмәй, оло быуындан был кәсептең бар нескәлектәрен дә өйрәнеп ҡалған. Мәҫәлән, Ғәшүрә Әбүбәкирова ла әсәһенән ҡалған боронғо станок һаҡлана. Ул Өфөгә килеп проектта ҡатнашыусыларға ҙур теләк менән белгәндәрен өйрәткән. Һуҡма шәл дебеттән айырыла, ти оҫта.
Шәл һуғыу дәрестәре йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. Ҡатын-ҡыҙҙар боронғо шөғөлдө тергеҙеү, үҙләштереү маҡсаты менән Башҡортостандың төрлө төбәктәренән, хатта күрше өлкәләрҙән килгән. Проект сиктәрендә 4 тиҫтәнән ашыу гүзәл зат шәл һуғырға өйрәнгән. Иң йәш ҡатнашыусыға 11, иң олоһона 86 йәш. Оҫтарып алғандар бер генә түгел, хатта 5-6 шәл һуғып өлгөрә. Бөгөн уларҙың ҡул эштәре күргәҙмәне биҙәй. Сараға быуындан-быуынға күсеп килгән ҡомартҡы шәлдәрҙе алып килгәндәр ҙә бар.
Һуҡма шәлде тергеҙгән, танытҡан сара арҙаҡлы башҡорт рәссамы Әхмәт Лотфуллиндың 95 йыллығына арналған күргәҙмә сиктәрендә үтте. Был осраҡлы түгел. Күренекле рәссам да ижад емештәрендә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын данлай, ә һуҡма шәлде авторҙың күп картиналарында күрергә мөмкин. Бөгөн иһә уның геройҙары йәнләнеп залға төшкәндәй булды. Тантана билдәле сәнғәт әһелдәренең сығыштары менән үрелеп барҙы.
Был залда бөгөн тарих менән заман берләшә. Әхмәт Лотфуллиндың данлыҡлы картиналарында сағылыш тапҡан һуғылған шәлдәр ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың иңендә. Тимәк, халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәре онотолмай, йәшәй, быуындан-быуынға тапшырыла. Ә иң мөһиме был проектта йәштәрҙең ҡатнашыуы, ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтеүе. Тимәк һуғылған шәлдәр картиналарҙа ғына ҡалмаясаҡ әле, гүзәл заттарҙы биҙәп, сатлама һыуыҡтарҙан һаҡлап, оҫталыҡ сағылышы булып киләсәккә лә йәшәйәсәк.
Рәмзиә Кәримова



