ТУ-134 самолетын баҫып алыу тураһында енәйәт эшенең йәшерен бүлектәре асылды

1986 йылдың 20 сентябрендә Өфө аэропортында ике һалдат-дезертир 81 кеше ултырған һауа судноһын баҫып ала. Быға тиклем йәшерен һаналған тарихтың нескәлектәрен белешеү маҡсатында БЮТ ижади төркөмө енәйәт эшен алып барған тәфтишсе һәм авация ветераны менән осрашты. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Ошоға тиклем «йәшерен» грифы аҫтында булған енәйәт эше материалдары. Өфө аэропортында террорсылар Ту-134 самолетын баҫып ала. Һауа судноһындағы 76 пассажир һәм 5 экипаж вәкиленең ғүмере хәүеф аҫтында була. Әғләм Минһажев 37 йыл элек булған ваҡиғаларҙы әле лә ентекле хәтерләй. Тәфтишсе, КГБ хеҙмәткәре оператив төркөм составында тәүгеләрҙән булып аэропортҡа юллана.

Террористар - дезертир һалдаттар кесе сержант Николай Мацнев һәм рядовой Сергей Ягмурджи. Икеһе лә эштең уңышлы тамамланыуна ышана, сөнки быға тиклем штаттан тыш террорға ҡаршы төркөм составында уҡыуҙар үткән була. Тимәк, махсус хеҙмәттәрҙең террорсыларға ҡаршы нисек эшләүен яҡшы аңлйҙар. Хәрби частән ҡасҡанда үҙҙәре менән автомат, ҡул пулеметы һәм рядовой Александр Коновалды алып сығалар. Урамда такси тотоп, Подымалово ауылында көткән тағы бер иптәшенә юлланалар. Сәфәр барышында тәүге ҡорбандар барлыҡҡа килә. Һуңыраҡ асыҡланыуынса, дезертир һалдаттар юлда осраған милиция машинаһына ҡаршы ут аса. 60-ҡа яҡын пуля атылыуы һөҙөмтәһендә өлкән сержант Зәлфир Әхтәмов һәм сержант Айрат Ғәлиев осраҡ урынанда һәләк була. Ошо ваҡыттан алып дезертирҙарҙың планы боҙола, Федоткин менән Коновал терактта ҡатнашмаҫҡа ҡарар итә. Ә Ягмурджи һәм Мацнев аэропортҡа юллана.

Өфө аэропорты. Львов-Киев-Өфө-Нижневартовск маршруты буйынса осҡан самолет яғыулыҡ тултырыу маҡсатында баш ҡалала туҡтай. Инде осорға әҙерләнгән һауа судноһы бортына ҡоралланған террористар килеп инә. Шунда уҡ ике пассажирҙы үлемесле яралайҙар. Әгәр бортпроводниктарҙың эше яйға һалынмаған булһа ҡорбандар күберәк булыуы ла ихтимал ине, ти Әғләм Минһажев.

Был ваҡытҡа хәл тураһында бөтә махсус хеҙмәттәр ҙә хәбәрҙәр була, урынға «Альфа» подразделениеһы йәлеп ителә. Улар һанаулы секундтар эсендә самолет эсенә инеп, террористарҙы ҡулға ала.

Барыһы ла шыма килеп сыҡһын өсөн был төндә Өфө аэропорты Харьков-Өфө-Нижневартовск маршруты буйынса осҡан самолетты ғына ҡабул итә. «Альфа» подразделениеһы Ту-134 самолетына инер алдынан оҫталыҡтарын тап Илшат Мидхәт улы идара иткән самолетта һынап ҡарай. Сөнки суднолар бер-береһенә оҡшаш була, ишектәр ҙә бер яҡта, кабиналарҙың урынлашыуы ла бер төрлө.

Ваҡыт үтһә лә барыһы ла күҙ алдында кеүек, ти Илшат Мидхәт улы. Баҫып алынған самолетҡа инеү - 14 секунд, террористарҙы ҡулға алыу өсөн 6 секунд талап ителә. Сәғәттәр буйына мылтыҡ мушкаһы аҫтында ултырған пассажирҙар азат ителә.

Теракт өсөн алты кеше ҡулға алына. Төп ғәйепләнеүсе - Ягмурджи үҙ ғәйебен тулыһынса танымай. Ул суд ҡарары менән үлем язаһына хөкөм ителгән. Ҙур шау-шыу тыуҙырған енәйәт эше материалының йәшерен бүлектәре Башҡортостан буйынса Рәсәйҙең Федераль именлек хеҙмәте тарафынан беренсе тапҡыр киң йәмәғәткә крһәтелде. Уның менән иң тәүҙә буласаҡ тарихсылар танышты.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ