Һөнәри байрамды ҡаршылап. Өфөлә Дөйөм Рәсәй юридик форум сиктәрендә Рәсәй юристар Ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе конференцияһы уҙғарылды. Йыйылышта йыллыҡ эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды, һандарға килгәндә, юристарҙың берҙәм командаһы тарафынан республикала йәшәүселәргә һигеҙ меңдән ашыу бушлай консультация ойошторолған, уҙған йыл менән сағыштырғанда, күрһәткес ике меңгә күберәк.
Билдәле булыуынса, Ассоциацияла бөгөн мең ярымға яҡын юрист иҫәпләнә. Сара барышында ойошма тарафынан уңышлы тормошҡа ашырылған махсус проекттар тураһында ла һүҙ барҙы.
Форум барышында Дәүләт думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитет рәйесе, юридик фәндәр докторы, Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы Павел Крашенинниковтың Дүрт ваҡытлы Хөкүмәт, Октябрь революцияһына арналған китап исем туйы үтте. Автор ил тарихындағы ҡатмарлы осор тураһында яҙғанда архивта һаҡланған норматив хоҡуҡи акттарға, шул осорҙа йәшәгән кешеләрҙең көндәлек-хәтирәләренә таянып эшләгән. Китап фотоһүрәттәр менән дә байытылған. Сара автограф-сессия менән тамамланды.






