«Салауат Юлаев» хоккейсылары көсөргәнешле осрашыуҙа «Спартак»ты еңде

Бөгөн юлаевсылар сираттағы матчҡа үҙенсәлекле спорт кейемендә сыҡты. Улар «ДоброFON» хәйриә программаһы менән берлектә ретро-формаһының яңы комплектында уйнаны. Айырым элемент - Спидҡа ҡаршы көрәш символы һаналған ҡыҙыл таҫма. Уйындан һуң был формалар аукционда һатыласаҡ.

Осрашыуға килгәндә иҫәпте ҡунаҡтар асты. Икенсе осорҙа Александр Хмелевски яуап шайбаһы индерҙе. Уйын аҙағында дәғүәселәр йәнә алға сыҡты. Өҫтәүенә яҡташтарыбыҙ әҙселектә ҡалды. Шулай булыуға ҡарамаҫтан Иван Дроздов һуңғы секундарҙа иҫәпте тигеҙләй алды. Овертаймда командалар уңышҡа өлгәшә алманы. Ә бына булитар серияһында Александр Хмелевскиҙың голы юлаевсыларға 3-2 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Киләһе уйынын юлаевсылар 5 декабрҙә «Витязь» менән үткәрә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ