Башҡортостан Башлығы яралы яугирҙәрҙең хәлен белеште

Радий Хәбиров Мәскәүҙә Бурденко исемендәге госпиталдә булды. Һалдаттарға хәрби хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте, генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне. “Бында Ҡалтасы, Салауат, Ауырғазы районынан һәм,Салауат ҡалаһынан ир-егеттәр дауалана. Яҡташтар берҙәм. Район хакимиәте башлыҡтары улар менән бәйләнештә тора. Посылка һәм хәбәрҙәр тапшыра. Был бик мөһим”, - тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика етәксеһе. “Егеттәр өсөн тынысмын. Бурденко исемендәге госпиталь Оборона министрлығының иң яҡшы дауалау учреждениеларының береһе. Унда яралыларҙы реабилитациялау һәм дауалау өсөн заманса алымдар ҡулланыла. “Мәскәүҙә дауаланған яугирҙәргә тағы ла бер ярҙам сараһы кәрәклеге тураһында аңланым. Баш ҡалала Башҡортостан вәкиллеге бар. Ир-егеттәрҙең хәлен белергә килгән яҡындары һәм туғандары йәшәү өсөн бында урындар булдырабыҙ”, - тип билдәләгән Радий Хәбиров.

Фото №1 - Башҡортостан Башлығы яралы яугирҙәрҙең хәлен белеште
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ