14 декабрҙә ил Президенты менән тура бәйләнеш була. Кремлдән хәбәр итеүҙәренсә, тура эфир һәм матбуғат конференцияһы берләштерелә. Махсус студияға журналистар саҡырыла. Тура бәйләнешкә халыҡтан һорауҙар ҡабул ителә. 8-800-200-40-40 телефонына шылтыратырға йәки 0-40-40 номерына смс-хәбәр ебәрергә була. Шулай уҡ москва һыҙыҡ путину нөктә ру сайтында, социаль селтәрҙәрҙә, мобиль ҡушымта ярҙамында мөрәжәғәт ҡалдырырға мөмкин.







