100-ҙән ашыу медицина учреждениеһын төҙөкләндереү ҡарала. Унда ҡоролмалар һәм мебель алмаштырыла. Программа Кувыкин урамында урынлашҡан 2-се поликлиниканы ремонтлауҙан башлана.Поликлиникаларҙы яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыу барышында 700 берәмек яңы техника алыу ҡарала. Санкциялар индереү кәрәкле медицина ҡорамалдары һатып алыу мөмкинлегенә йоғонто яһамаған. Поликлиника һәм дауаханалар өсөн ауыр техника килтереүҙә лә проблемалар юҡ.







