Владимир Путин тура бәйләнеш өсөн һорауҙарҙы үҙе һайлап ала

 РИА Новости агентлығы Халыҡ фронты башҡарма комитеты етәксеһе Михаил Кузнецовҡа һылтанып, ошо турала хәбәр итә. Ил Президенты менән тура бәйләнеш 14 декабрҙә була. Махсус студияға төбәк һәм федераль мәғлүмәт саралары журналистары, шулай уҡ сит ил хәбәрселәре саҡырыла. Һорауҙар 8-800-200-40-40 телефоны буйынса ҡабул ителә. 0-40-40 номерына смс-хәбәр ебәрергә була. Шулай уҡ москва һыҙыҡ путину нөктә ру сайтында, социаль селтәрҙәрҙә, мобиль ҡушымта ярҙамында мөрәжәғәт ҡалдырырға мөмкин.   

Фото №1 - Владимир Путин тура бәйләнеш өсөн һорауҙарҙы үҙе һайлап  ала
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ