Ауылдарҙың һаҡланып ҡалыуы өсөн көрәшәбеҙ, сөнки ул беҙҙең тамырҙарыбыҙ, йолаларыбыҙ, ысын мәғәнәһендә кешелек сафлығы.
Төбәк башлығы Радий Хәбиров «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумы ҡунаҡтарына республикала ауылды һаҡлауҙың мөһимлеге хаҡында һөйләне. «Башҡортостан - ул юғары үҫешкән сәнәғәт һәм бер үк ваҡытта ҡеүәтле ауыл хужалығы төбәге. Республикала миллион ярым кеше ауылда йәшәй. Һәм беҙ ауылдың һаҡланып ҡалыуы өсөн көрәшәбеҙ», тине республика башлығы.



