Радий Хәбиров Бурденко исемендәге госпиталдә дауаланған яҡташтарбыҙ менән осрашты

Мәскәүҙә Радий Хәбиров махсус хәрби операция барышында яраланған һәм әлеге ваҡытта Бурденко исемендәге госпиталдә дауаланған яҡташтарбыҙ менән дә осрашты.

Башҡортостан башлығы ир-егеттәргә хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәгәндәре өсөн рәхмәт белдереп, Шайморатов миҙалдарын тапшырҙы. Әле госпиталдә Ҡалтасы, Салауат, Ауырғазы райондары һәм Салауат ҡалаһынан яугирҙар реабилитация үтә.

Яҡташтар бында ла бер-береһенә терәк булып тора. Шулай уҡ район хакимиәттәре башлыҡтары ла улар менән даими бәйләнеш тота, ғаиләләренән посылкалар һәм хаттар тапшыра. Төбәк етәксеһе Башҡортостандың Мәскәүҙәге даими вәкиллегендә баш ҡалаға яҡындарын күрергә килгән хәрбиҙәрҙең туғандарына номерҙар фонды бүлергә ҡарар иткән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ