Радий Хәбиров «Башҡортостан» полкы яугирҙарына дәүләт наградаларын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров неонацистарҙы юҡҡа сығарыуҙа яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән яугирҙарға дәүләт наградаларын тапшырҙы. Үҙ теләге буйынса «Башҡортостан» полкында хәрби бурысын үтәгән ир-егеттәр Республика менән идара итеү үҙәгендә тәбрикләнде. Оператив кәңәшмәлә хәрби журналистарҙың статусын раҫлау, госпиталдә дауаланған хәрбиҙәрҙең яҡындарына ярҙам һорауҙары ҡаралды. Көн тәртибенә Яңы йыл сараларына әҙерлек мәсьәләләре сығарылды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Ватан һаҡсыларына - дәүләт наградалары. Республика башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостан» полкы сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға генерал Шайморатов миҙалын тапшырҙы. Тыуған яғына ике аҙнаға ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр оператив кәңәшмәлә бүләкләнде.

Ил киләсәге өсөн алғы һыҙыҡта көрәшеүселәрҙең яҙмышына республика тарафынан етди иғтибар бүленә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға 102-се гуманитар ылау оҙатылды. Радий Хәбиров яраланып хәрби госпиталдә дауаланған егеттерҙең һәм уларҙың яҡындарын хәстәрләү һорауҙарына туҡталды. Төбәк етәксеһе тәҡдиме буйынса, Мәскәүҙә Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә яраланған яугирҙарҙы күрергә барған туғандарына бушлай йәшәү урындары булдырыласаҡ.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәрби журналистарҙың эшмәкәрлегенә туҡталды. Махсус хәрби операция зонаһында эшләүсе хәбәрселәрҙең статусы закон буйынса иҫбатланырға һәм билдәләнергә тейеш. Әйткәндәй, хеҙмәттәшебеҙ Азат Саҙрыев СВО-ла ете тапҡыр барып ҡайтып та, әле булһа махсус хәрби операция биләмәһендә һөнәри бурысын үтәй.

Оператив кәңәшмәнең башҡа көнүҙәк һорауҙарына килгәндә, Яңы йылға әҙерлек темаһы иғтибар үҙәгендә булды. Байрам сараларын хәүефһеҙ һәм күңелле ойоштороу маҡсаты ҡуйыла.

Уҡыуҙа, спортта һәм башҡа йүнәлештәрҙә алдынғы малай-ҡыҙҙар республика шыршы байрамында 27 декабрҙә тәбрикләнер тип күҙаллана. Мөғжизәле инсталяция, концерт, балалар һәм өлкәндәр өсөн тамаша, ҡышҡы уйындар һәм башҡа ял сараларына әҙерлек башланды.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ