Сибайҙан мәктәп уҡыусыһының хыялы тормошҡа ашты

Ул Башҡортостан башлығы менән осрашыу хаҡында хыяллана. Үҫмерҙең теләге тураһында уның әсәһе социаль селтәрҙә яҙып сыға. Был мөрәжәғәт Радий Хәбировтың тура бәйләнеше ваҡытында яңғыраны. Уҡыусы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының улы. Уның шулай уҡ өлкән ағаһы ла Ватан һағында.

Республика етәксеһе бөгөн йәш армеецты һәм уның әсәһен үҙ бүлмәһендә ҡабул итте. Радий Хәбиров ҡунаҡтарға эш кабинетын күрһәтте, ҡыҫҡаса үҙенең эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне, ғаиләнең тормошо тураһында һорашып, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Осрашыу ваҡытында малайҙың атаһы менән бәйләнешкә лә сыҡтылар. Башҡортостан башлығы хәрби хеҙмәткәргә республика кәрәкле ярҙам күрһәтә һәм ғаиләһе хаҡында хәстәрлек күрә, тип ышандырҙы. Үҫмер атаһы кеүек үк, яуаплы һәм ҡыйыу, кадет училищеһына уҡырға инергә ниәтләүе тураһында әйтте.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ