Өфөнөң 214-се балалар баҡсаһы дәүләт программаһы ярҙамында биләмәләге юлды төҙөкләндерергә хыяллана

«Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы» финанстарҙы берләштереп төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирә. Өфөнөң 214-се балалар баҡсаһы программа ярҙамында биләмәләге асфальт ҡатламын алмаштырырға хыяллана. Бының өсөн миллион 600 мең һум аҡса талап ителә. Финанслауға ата-әсәләр ҙә, бағыусылар ҙа ҡушылырға әҙер. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова таныыштыра.

Көн тәртибендә - физик күнекмәләр генә түгел, хоккей ҙа уйнайҙар, саңғы ла шыуалар, скандинав таяҡтар менән дә йөрөйҙәр. Йәйгеһен - велосипед һәм самокатта елдерәләр. Өфөнөң 214-се балалар баҡсаһында саф һауала шөғөлләнеү өсөн айырыуса иғтибар бирелә. Спорт һәм волейбол майҙансыҡтары булдырыла, тренажерҙар менән йыһазландырылған физкультура залы асыла. Тәрбиәләнеүселәрҙең һәр иртәһе файҙалы һәм күңелле үтә. Саф һауала күнекмәләр яһау хәүефһеҙ ҙә булһын өсөн яңы асфальт кәрәк, ти балалар баҡсаһы мөдире. Ошо маҡсатта улар «Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында» көстәрен һынамаҡсы.

Балалар баҡсаһы 1968 йылда сафҡа инә. Әле мәктәпкәсә учреждениела 248 бала тәрбиәләнә, 10 төркөм эшләй. Уларҙың икәүе - һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн. Алина Шәйәхмәтова - күп балалы әсә. Ике сабыйын да тап 214-се балалар баҡсаһына йөрөтә. Сиратта - өсөнсөһө. Биләмәлә асфальт түшәмен яңыртыу инициативаһына ата-әсәләр ыңғай ҡарашта, финанс яҡтан да ҡушылырға әҙербеҙ, ти ул.

Өфөнөң 214-се балалар баҡсаһының «Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы»нда ҡатнашыу тәжрибәһе бар. 2022 йылда улар программала еңеү яулап, спорт майҙанысығына резина япма түшәүгә өлгәшкән.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ