Өфөнөң 27-се дөйөм белем мәктәбенә нигеҙ һалыныуға 85 йыл

Өфөнөң химия, физика, биология, математика фәндәрен тәрән өйрәтеүсе 27-се дөйөм белем мәктәбенә нигеҙ һалыныуға 85 йыл. Баш ҡаланың Совет районында урынлашҡан мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлаусылар яратҡан уҡытыусылары менән бергә балалар филармонияһында күркәм сараға йыйылды. Төплө белем, яҡшы тәрбиә биргән уҡытыусыларға һәр кем йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Бөгөнгө көндә мәғариф учреждениеһында 1250 уҡыусы белем ала. Мәктәптә ете тиҫтәнән ашыу уҡытыусы яратҡан һөнәре буйынса эшләй. Оҙаҡ йылдар дауамында мөғәллимлек эшенә һәм балаларға тоғро уҡытыусыларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай һәм Өфө ҡала хакимиәте етәкселеге тарафынан билдәләнде.

2007 йылда 27-cе мәктәп «Мәғариф» Бөтә Рәсәй конкурсында грант яулай, 2010 йылдан айырым предметтар тәрән уҡытыла башлай. Белем усағы педагогик кадрҙар әҙерләүҙә республикала алдынғы урындарҙы биләй. Белем усағында педагогия профилле уҡыу йорттары студенттары Лиза Әғәҙуллина кеүек тәжрибәле остаздарҙа практика үткән, уҡыусылар халыҡ-ара олимпиадаларҙа еңеү яулаған. Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Өфөнөң 27-се дөйөм белем биреү мәктәбендә сирек быуат химия фәнен уҡытҡан һәм медицина, химия, нефть сәнәғәте, педагогика өлкәһендә ҙур белгестәр әҙерләгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ