Унынсы Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр ижад фестиваль-конкурсы йәш артистарҙың талантын асыу һәм артабан үҫтереүгә йүнәлтелгән. Жюри алдында республика төбәктәренән һәм күрше Татарстандан килгән һәләтле балалар сығыш яһаны. Конкурс биш номинация, вокал, инструменталь, хореография, сәхнә, цирк сәнғәттәре буйынса үткәрелә.
Конкурс еңеүселәре 2024 йылдың 28 октябрендә Кремель залында сығыш яһаясаҡ. Фестиваль-конкурс сиктәрендә шулай уҡ «Тылсымлы муйынса. Яҡтылыҡҡа табан» фильмына кастинг үтә.






