Был байрамды ярҙамсыл, бәләгә тарыусыларҙы ҡотҡарырға ашҡынған, изге күңелле кешеләр билдәләй тип социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин яҙып сыҡты. Тәү сиратта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүсе ирекмәндәргә рәхмәтемде еткерәм.
Республика халҡы маскировкалау селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәрен эшләй, егеттәргә көндәлек кәрәк-яраҡтар йыйып гуманитар ылау туплауға ҙур өлөш индерә. Бынан тыш, пандемия осоронда пациенттарҙы дауалаған, көсөргәнешле эш режимында инфекция менән көрәшкән аҡ халатлыларҙы билдәләр инем. Уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте коронавирус инфекцияһын еңеп сығырға булышлыҡ итте. Башҡортостан табиптары икенсе йыл рәттән Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында һөнәри бурысын башҡара. Улар урындағы халыҡҡа һәм хәрби бурысын башҡарған яугирҙарға медицина ярҙамын күрһәтә.» тип яҙған Максим Забелин.






