Шаран районы ғәҙәттән тыш хәл ведомстволары һәләкәттәрҙә эш итергә әҙер

Махсус күнекмәләр ошо көндәрҙә райондың бер нисә ауылында уҙҙы. Техника әҙерлеген тикшергәндән һуң, ҡотҡарыусылар бер нисә шартлы ғәҙәттән тыш хәлдә ҡатнашты. Сценарийға ярашлы, хеҙмәткәрҙәргә көслө ел эҙемтәләрен юҡ итергә, колледжда шартлау һөҙөмтәһендә зыян күреүселәрҙе эвакуацияларға кәрәк ине. Бынан тыш, ҡотҡарыусыларҙың ваҡытлыса урынлашыу пунктын ойоштороу белеме баһаланды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ