Бөгөн иртән урындағы мәктәп ҡаҙанлығында шартлау яңғыраған. Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә 51 йәшлек оператор һәләк булған, бинаның бер өлөшө емерелгән. Хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм махсус хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлеген координациялау өсөн ваҡиға урынына Асҡын районы прокуроры килгән.
Мәктәптә дәрестәр туҡтатылған, уҡытыуҙы һәм йылы биреүҙе тулыһынса тергеҙеү мәсьәләләре күҙәтеү ведомствоһы контроленә алынған. Ведомствонан белдереүҙәренсә, етди йәрәхәт алған оператор дауаханаға килтерелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ирҙең ғүмерен ҡотҡарып булмай. Мәктәптә 40 бала белем ала.



