Балаҫтарҙа - быуаттар тарихы. Баймаҡ районы ағинәйҙәре ошондай исем аҫтында балаҫ һуғыусылар конкурсы ойошторҙо. Бәйге һәр кемде тарих төпкөлөнә, ата-бабаларыбыҙ йәшәгән осорҙарға алып ҡайтты.
Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлө менән ҡыҙыҡһыныусылар, уны өйрәнергә теләүселәр артты. Темәс ауылынан Эльза Ғөбәйҙуллина ла Мәҙәниәт һәм рухи мираҫ йылында яңы шөғөл үҙләштерә. Ул төрлө семинар, оҫталыҡ дәрестәре үтеп балаҫ һуғырға өйрәнә.
Сыңғыҙ ауылы ағинәйҙәренең һәр береһендә тиерлек балаҫ һуғыу станогы бар. Улар кәңәшләшеп, бер‐береһен уҙҙырып балаҫ һуға. Бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс шөғөл ‐ ти улар был эште. Шулай уҡ оҫтабикәләр сарыҡ өсөн тула ла һуғалар.
Ләлә Иҙелбаевала 104 йыл элек һуғылған балаҫ һаҡлана. Ҡомартҡы күргәҙмәлә дәрәжәле урынды алып торҙо. Ишбирҙеләр ауыл музейында һаҡланған ат ҡылынан эшләнгән боронғо балаҫ һуғыу станогын да алып килгәндәр ине.
«Балаҫтарҙа ‐ быуаттар тарихы» конкурсында 28 оҫтабикә ҡатнашты. Сара юғары кимәлдә үтте. Ҡатын-ҡыҙҙарға төрлө номинациялар буйынса урындар бирелде, иң әүҙем ағинәйҙәргә рәхмәт хаттары тапшырылды.






