Республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе барышында бүләкләү сараһы уҙҙы. Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙе ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ өсөн дәүләт наградалары менән бүләкләне.
Яугирҙәр республика яғынан күрһәтелгән даими ярҙамға рәхмәт белдерҙе. “Бек” ҡушаматлы хәрби үҙ теләге менән алғы һыҙыҡҡа бара. “Донъяла тыныслыҡ өсөн алышабыҙ”, - ти батыр яугир.
Радий Хәбиров Мәскәүҙә госпиталдә дауаланған һалдаттарҙы ҡарарға килгән яҡындарына ҡунаҡхананан бушлай урын бирергә ҡушты.







