Республика Хөкүмәте вице-премьеры Алан Марзаев IQ-паркта кәңәшмә үткәрҙе. Ете ҡатлы бинала биҙәү эштәре тамамланып килә. Төҙөүселәр өс сменала эшләй. IQ-парк йыл аҙағына асылырға тейеш. Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең студент ҡаласығы Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса төҙөлә. Киләһе йылда яңы биналар һалына башлай.




