Башҡортостанда яңы йыл ҡаласыҡтары 23 декабргә әҙер булырға тейеш

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә шундай бурыс ҡуйылды. Яңы йыл байрамына 1 меңдән ашыу боҙ ҡаласығы йыһазландырыла, 2 мең 100 шыршы ҡуйыла һәм 2 меңдән ашыу арт-объект урынлаштырыла. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова әйтеүенсә, муниципалитеттар араһында иң яҡшы яңы йыл ҡаласыҡтарына конкурс ойошторола.

Башҡортостанда яңы йыл ҡаласыҡтары 23 декабргә әҙер булырға тейеш

         Республика Башлығы Радий Хәбиров яңы йыл каникулы барышында хәүефһеҙлек сараларына айырыуса иғтибар итергә ҡушты. Яҡын арала Хөкүмәттә именлек мәсьәләһенә бәйле ултырыш үткәрелә.

Фото №1 - Башҡортостанда яңы йыл ҡаласыҡтары 23 декабргә әҙер булырға тейеш
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ