Башҡортостан хөкүмәтендә инвестпроекттар өсөн ер участкаларын әҙерләү тикшерелде

Башҡортостан Хөкүмәте инвестпроекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ер участкаларын алыу процедураһын камиллаштырасаҡ. Был турала Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары менән берлектә уҙған оператив кәңәшмә барышында белдерелде.

Эшҡыуарҙар өсөн төбәктә дәртләндереү саралары эшләй. Әйтәйек, «30+30» формулаһы федераль кимәлдә юғары баһаланды. Уға ярашлы, йүнселдәрҙең проектын баһалау һәм уларға ер бүлеү өсөн берешәр ай ваҡыт ҡаралған. Республиканың Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдереүенсә, һатыулашыуһыҙ ер тапшырыу буйынса һорауҙар күпкә артҡан. Шәл сәбәпле, Премьер-министр был йүнәлештә республика кимәлендә норматив хоҡуҡи акттарға үҙгәрештәр индереү буйынса тәҡдимдәр көтөүен белдерҙе.

Шулай уҡ кәңәшмәлә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы юҡ итеү мәсьәләһе ҡаралды. Ил Президенты ҡушыуы буйынса, 2030 йылға сүп-сарҙы тулыһынса сортировкалау буйынса система көйләнергә һәм күмеүгә йүнәлтелгән ҡалдыҡтар ике тапҡыр кәмергә тейеш. Ошо маҡсатта Башҡортостанда ҡалдыҡтарҙы бөтөрөү объекттары төҙөлә, сүплектәр бөтөрөлә. Иң эре 6 сүплектән Күмертауҙағыһын ғына ҡапларға ҡалған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ