Өфөнөң Нуғай ҡасабаһында йәшәүселәргә сатлама һыуыҡта электр энергияһын һаҡсыл тотонорға ҡуштылар

Өфөнөң Нуғай ҡасабаһында йәшәйһегеҙме? Сатлама һыуыҡта электр энергияһын һаҡсыл тотоноғоҙ.

Атап әйткәндә, иҙәнде йылытыу системаһы, сауна һәм башҡа электр көсөргәнеше тыуҙырыусы приборҙарҙы ҡабыҙмау хәйерле. Сөнки уҙған йылдарҙағы хәл ҡабатланыуы ихтимал.

Өфөнөң Октябрьский районына ҡараған ҡасабала былтыр ҡыш тәүлек буйы электр уты һүнеп тороу күҙәтелде. Быға йорттарҙың электр менән йылытылыуы, төҙөүсе компанияларҙың бетондарҙы йылытыуы һәм башҡа төрлө сәбәптәр бар, ти электр селтәрҙәре компаниялары вәкилдәре. Мәктәптә ҡасабаны электр энергияһы менән тәьмин итеүсе компаниялар ҡатнашлығында йыйылыш үтте. Авария мәлендә урындағы халыҡ өсөн мәктәптә йылытыу пункты ойошторола.

Электр селтәрҙәре ойошмаһы тарафынан ҡышҡылыҡҡа әҙерлек эштәре башҡарылды. Резерв электр ҡеүәте биреләсәк, шулай уҡ яңы 23 подстанция төҙөлдө.

Алексей Привалов, «Электр селтәрҙәре» яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы инженеры

Электр энергияһы менән көсөргәнеш, ғәҙәттә, ҡасабаның яңы биҫтәләрендә теркәлә. Йорттарҙың күбеһе зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылмаған.

Беҙ бында өс йыл йәшәйбеҙ. Йорт электр менән йылытыла. Беҙҙең урамда авария булғаны юҡ, электрҙы төндә һүндереп торғандары бар.

Владислав Дон, Нуғай ҡасабаһының гәрәбә урамында йәшәүсе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ