Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы Башҡортостан предприятиеларына льготалы кредиттар бирәсәк

Башҡортостандың ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиеларына Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы ҡыҫҡа мөҙҙәтле ташламалы кредитҡа 700 ғаризаны хуплаған. Уның дөйөм хаҡы 24 миллиард һумдан ашыу. Финанс ярҙам етештереү күләмен арттырыу, ҡеүәттәрҙе заман талаптарына яраҡлаштырыу өсөн файҙаланылған. Ташламалы кредит менән файҙаланыусы предприятиеларҙың береһе Өфө ҡала һөт заводы. Иҡтисадттың реаль секторын кредитлау һөҙөмтәләре менән БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин ҡыҙыҡһынды.

Предприятиеға килгән сеймал кеше ҡулы теймәйенсә эшкәртелә. Етештереү тулыһынса автоматлаштырылған. Һөт мәҫәлән пэт шешә, һәм башҡа бер нисә төр ҡапҡа ҡойола.

Заман талаптарына яраҡлашыу өсөн бюджет кредиты ярҙам иткән. Предприятие федераль министрлыҡтан бүленгән аҡсаны сеймал етештереүселәрҙе, йәғни малсылыҡ хужалыҡтарын финанслауға йүнәлткән.

Заводты 23 ауыл хужалығы предприяитиеһы сеймал менән тәьмин итә. Улар республиканың төрлө райондарында. Аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиеһы менән хеҙмәттәшлек итеү ике яҡ өсөн дә файҙалы,- тигән фекерҙә Стәрлетамаҡ районының «Дружба» хужалығы етәксеһе Александр Бражников.

Бюджет кредиты сеймал етештереүселәр менән иҫәпләшергә, ә предприятиеның үҙ аҡсаһын инвестицияға йүнәлтергә мөмкинлек биргән.

Яңы етешетереү ҡеүәттәре, яңы эш урындары тигән һүҙ. Әле заводта эшсе ҡулдарға ла ихтыяж тойола. Ташламалы кредит предприятие һәм республика иҡтисады үҫешенә этәргес биргән. Үтескә алынған аҡсаны иһә, Өфө ҡала заводы киләһе йыл кире ҡайтарырға иҫәп тота.

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ