Республиканың медицина университетында, колледждарҙа белем алған йәштәр халыҡ-ара ирекмәндәр көнөн билдәләне.
Сара сиктәрендә ирекмән-студенттар Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының «Медик» мәҙәниәт һарайында тантаналы йыйылышта ҡатнашты. Рәсәйҙә был байрам ил Президенты указы менән 2017 йылдан үткәрелә. Үҙ теләге менән йәмғиәткә файҙалы һәм яуаплы хәрәкәткә ҡушылған әүҙем ирекмән-студенттарҙы Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова тәбрикләп, ведомствоның Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Башҡорт дәүләт медицина университеты йәштәре 2018 йылдан бирле ауыр сирлеләргә шәфҡәтлелек күрһәтә, халыҡ араһында санитар-профилактик ағартыу саралары үткәрә. Улар медицина колледждарында уҡыусы студенттарға һөнәри компетецияларын үҫтереүҙә ярҙам итә, хәйриә акцияларында ҡатнаша. Сара һуңында ирекмәндәр Башҡортостаның халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» әҫәре буйынса «Һеңлекәш» фильмын ҡараны.






