Уларҙы Өфөнөң тимер юл вокзалынан оҙатырға ата-әсәләре, туғандары һәм дуҫтары килде. Яҡташтарыбыҙ хәрби бурысын Һауа-десант, ҡоро ер, һәм диңгеҙ-һауа флоты ғәскәрҙәрендә үтәйәсәк.
Хәрби хеҙмәткә саҡырыу саралары махсус операция менән бер нисек тә бәйләнмәгән. Элекке кеүек үк, ул Рәсәй ҡануниәте менән билдәләнгән ваҡытта һәм планлы тәртиптә башҡарыла. Хәрби саҡырылыш буйынса алынғандар, һөнәре ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, Рәсәй биләмәһендәге подразделениеларҙа хеҙмәт итәсәк, ә хеҙмәт ваҡыты тулғандар йәшәгән урындарына ҡайтарыла.
Көҙгө саҡырылышта Башҡортостан илдең Ҡораллы Көстәренә бөтәһе 4 меңдән ашыу һалдат ебәрәсәк. Саҡырыу йыл аҙағына тиклем дауам итә.






