Башҡортостанда мәктәп уҡыусыларына Ҡаһарманлыҡ дәрестәре уҙғарылды

1941 йылдың 5 декабрендә Мәскәү эргәһендәге алышта Ҡыҙыл Армия фашистик көстәргә ҡаршы контрһөжүм башлай. Календарҙа Рәсәйҙең Хәрби дан көнө булараҡ билдәләнгән датаға арнап Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәтенең Башҡортостан бүлексәһе мәктәп уҡыусыларына Ҡаһарманлыҡ дәрестәре уҙғарҙы. Илһөйәрлек сараһы хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.

1941 йылдың 5 декабрендә совет ғәскәрҙәренең контрһөжүм башлауы ил баҫҡынсыларын 250-300 cаҡрымға сигенергә мәжбүр итә. Һөҙөмтәлә гитлеровсыларҙың тиҙ арала СССР-ҙың баш ҡалаһын баҫып алып, Еңеү яулау планы селпәрәмә килә. Өфөнөң 130-cы мәктәбендә ойошторолған Ҡаһарманлыҡ дәресендә Бөйөк Ватан һуғышындағы мөһим тарихи ваҡиға тураһында һүҙ барҙы. Тыңлаусылар итеп кадеттар саҡырылғайны.

Сараны Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәтенең Башҡортостан бүлексәһе ойошторҙо. Хәрби Дан музейы менән берлектә махсус экспозиция ла әҙерләнгәйне. Уҡыусылар һуғыш йылдарына ҡараған хәрби ҡоралдар, кейемдәр менән таныша алды.

Мәскәү оборонаһына арналған Ҡаһарманлыҡ дәресе «Рәсәй - минең тарих» тарихи паркында ла үтте.

Мәскәү өсөн алыш булһынмы, Бөйөк Ватан һуғышындағы башҡа тарихи ваҡиғамы - лекция һөйләгәндә Еңеүҙең тап совет граждандарының ҡаһарманлығы, батырлығына бәйле яулап алыныуына иғтибар йүнәлтәм. Балаларҙы мәктәп программаһында булмаған материал менән таныштырып, тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уятам.

Владимир Волков, Рәсәй Эҙәрмәндәр хәрәкәтенең төбәк советы етәксеһе

Ҡаһарманлыҡ дәресе танып-белеү программаһы менән байытылғайны. Мәктәп уҡыусыларына музейға экскурсия ла ойошторолдо. Уларға илдең баш ҡалаһына арналған тарихи мәғлүмәт еткерелде.

Мәскәү өсөн алышта Ҡыҙыл Армияның контрһөжүм башлауы һөҙөмтәһендә фашистик көстәр беренсе ҙур еңелеүгә дусар була. Тарихи ваҡиғаға 82 йыл... 5 декабрь уҙған быуат ауазылай илдең Хәрби дан көнө булараҡ иҫкә алына.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ