Өфөлә ишетеү һәләте насар булған граждандарға Мәскәү белгестәре бушлай юридик консультация уҙғарҙы

Белгестәргә күсемһеҙ милек, ғаилә хоҡуғы буйынса һорауҙар бирелде. Онлайн-әңгәмә сурдотәржемәсе ярҙамында алып барылды. Сара «Адаптист» Адаптация үҙәге тарафынан ойошторолдо. Коммерция булмаған ойошма тарафынан инвалидтарға беренсел ярҙам күрһәтеү, автомобиль йөрөтөү буйынса ла уҡыуҙар уҙғарыла. Яңыраҡ «Һаҡ булығыҙ, боҙлауыҡ» темаһына лекция ла үткән.

Насар ишетәбеҙ, мәғлүмәт ауыр бирелә. Шуға күрә бөгөн консультацияла сурдотәржемә ярҙамында юристар менән аралашыуы күпкә еңел булды.Улар беҙгә юридик документтар - дәғүә, ғаризаларҙы тултырырға ярҙам итәсәк, судта онлайн ҡатнашырға теләк тә белдерҙеләр.

Зилә Басирова, сурдотәржемәсе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ