Өфө ҡотҡарыусылары балалар өсөн квест ойошторҙо

Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре сараны хеҙмәттең 25 йыллығына арнаны. Йәш ҡотҡарыусылар үҙҙәрен 9 тематик майҙансыҡта һынап ҡарай алды. Улар сабыйҙарҙы ҡотҡарҙы, янғын һүндерҙе, үпкә реанимацияһы үткәрҙе. Балаларҙың барыһы ла этаптарҙы уңышлы уҙҙы.

Бынан тыш, улар күп файҙалы мәғлүмәт алды, мәҫәлән, ашығыс осраҡтарҙа ҡайҙа шылтыратырға, кеше боҙ аҫтына китһә, нимә эшләргә, нисек беренсе ярҙам күрһәтергә. Квест аҙағында һәр ҡатнашыусы үҙенең ысын ҡотҡарыусы булыуын раҫлаған диплом алды. Саранан һуң балалар ысын ҡотҡарыусылар һәм уларҙың ҡорамалдары менән танышты.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ