Өфөлә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙарҙы оҙатыу тантанаһы үтте

Йәнә алғы һыҙыҡҡа. «Өфө-Арена» комплексы алдында ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙарҙы оҙатыу тантанаһы үтте. Майҙанда Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны, тигеҙ сафҡа баҫҡан яҡташтарыбыҙ алдында Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сығыш яһаны. Ир-егеттәрҙең күбеһе махсус хәрби операция башланыу менән Ватан һағына баҫҡан, мобилизацияға эләгеүселәр ҙә бар. Ил һаҡсылары һәм уларҙың яҡындары менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты.

Ҡосаҡлашып туя алмаҫлыҡ. Хушлашыу ни тиклем генә ауыр булмаһын, ир-егеттәргә юлға сығырға ваҡыт. Ике аҙналыҡ ял тамамланған. Ҙур сумкалар автобустарға тултырыла. Хәрбиҙәр йөрәк тыуған яҡта ҡалһа ла, күңелдәрҙе Ватан һағына ашҡыныуын билдәләй. Ата-әсәләр ҙә ҡыйыу улдары өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерә. Нилиә Сәфәрова ла улын алғы һыҙыҡҡа оҙатырға килгән.

Яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһендә йылдан ашыу хеҙмәт итә, күбеһе Запорожье өлкәһендәге хәрби частарҙа. Ялға улар тәүгә генә ҡайтмай. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыла ир- егеттәр ғәҙәттәгесә ғаиләләре, туғандары, дуҫтары янында булған, мәктәптәрҙә ойошторолған ҡаһарманлыҡ дәрестәрендә ҡатнашҡан.

Майҙанда дәүләт гимндары яңғырағандан һуң яугирҙарға Республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов мөрәжәғәт итте. Ватан алдындағы хәрби бурысты үтәгән яҡташтарыбыҙҙы ул Ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө булыуын билдәләне.

«Өфө-арена» комплексы янындағы майҙандан махсус хәрби операция биләмәһенә дүрт автобус юлланды. Тыуған яҡта ял итеп, көс туплаған яҡташтарыбыҙ йәнә алғы һыҙыҡҡа баҫасаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ