Баш ҡаланың «Строитель»стадионында» тәүгеләрҙән булып иң ҙур һырғалаҡ асылды. Черниковка биҫтәһенең Александр Невский, 17 -се йорт адресы буйынса урынлашҡан каток майҙанының ҙурлығы 17 мең квадрат метрҙан ашыу.
Спорт обьектына башлыса ҡаланың төньяҡ өлөшөндә йәшәүселәр йөрөй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир ғаиләләре балаларына катокҡта бушлай йөрөү мөмкинлеге булдырылған.
Спорт менән шөғөлләнеүселәргә айырым уңайлыҡтар: конькиҙы прокатҡа алыу һәм үткерләү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеү, кейемде алмаштырыу өсөн йылы бүлмә ҡаралған. Стадионда конькиҙа йүгереү спорты буйынса ла ярыштар үтә. 2024 йылдың февралендә был боҙ мотоуҙыш буйынса Рәсәй команда чемпионатының этап ярыштарын ҡабул итәсәк.






