Радий Хәбиров Рәсәй тимер юлдарының миллиардынсы пассажирын ҡотланы

Бәхетле билет. Бөгөн Рәсәй тимер юлдарының ҡала-яны поездарында миллиардынсы пассажир теркәлде. Ул Өфө фән һәм технологяилар университеты студенты Карина Йәнбарисова. Бәхетле пассажирҙы башҡала вокзалында Республика башлығы Радий Хәбиров, «Рәсәй тимер юлдары», «Башҡортостан ҡала-яны пассажирҙары» компанияһы етәкселәре тәбрикләне. Ошонда уҡ транспорт-логистика эшмәкәрлеген үҫтереүгә, йөк һәм пассажир ташыу күләмен арттырыуға арналған осрашыу үтте. Төп темалар хаҡында хәбәрсебеҙ Рәмзиә Кәримова репортажы.

Көн һайын электропоезда Иглиндән Өфөгә уҡырға йөрөгән Карина Йәнбарыҫова бөгөн үҙен мөғжизә көтә тип уйламай ҙа. Университеттағы дәрестәрҙән һуң ғәҙәттәгесә, вокзалға килеп тиҙ йөрөшлө «Ласточка» поезына ҡайтырға билет ала. Ә уның билеты Рәсәй тимер юлдарының ҡала-яны поездарында миллиардынсы булып сыға.

Бәхетле билетты көтмәгәндә Республика башлығы менән осрашырмын тип уйламай ҙа. Әммә студент ҡыҙҙың Радий Хәбировҡа рәхмәте сикһеҙ. Заманса «Ласточка», «Орлан» поездары тиҙ йөрөй, уңайлы. Хатта, эргә-тирәләге райондарҙан Өфөгә йөрөп уҡырға мөмкин.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа тимер юл транспортын яңыртыуға, хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыуға ныҡлы иғтибар бирелә. Әле ҡала-яны транспортында пассажирҙар ташыу 5 йүнәлештә ойошторола, бөтәһе 7 тиҫтәгә яҡын поезд иҫәпләнә.

Башҡортостан башлығының Куйбышев тимер юлдары менән осрашыуында һүҙ үҫеш йүнәлештәре тураһында барҙы. Киләһе йыл хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү маҡсатында берҙәм тәҙрә форматындағы Хеҙмәттәр үҙәген асыу ҡарала. Йөк терминалдарын яңыртыу, һанлы технологиялар индереү менән бәйле йөк ташыу күләме артҡан. Осрашыуҙа пассажирҙар ташыу күрһәткесен күтәреү тураһында ла һүҙ барҙы. Ошо маҡсатта Рәсәйҙә етештерелгән яңы составты индереү күҙаллана. Тәүге электропоездарҙың береһе Башҡортостанда йөрөйәсәк.

Яңы ҡала-яны поезында пассажирҙар өсөн бар уңайлыҡтар ҡаралған һәм был транспорт сараһы тулыһынса хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә.Заманса тимер юл транспортында физик мөмкинлеге сикләнгән пассажирҙар өсөн тулы шарттар ҡаралған.

Һуңғы йылдарҙағы ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, тимер юл транспортында пассажирҙар иҫәбе артыуы күҙәтелә. 2018 йылдан алып күрһәткес ике тапҡырға үҫкән.

Хужалар билдәләүенсә, тимер юл селтәрен үҫтереү, камиллаштырыу артабан да дауам итәсәк. Шулай уҡ заман технологияларын да әүҙем үҙләштереү ҡарала. Сөнки пассажирҙарҙы уңайлы шартар менән генә йәлеп итергә мөмкин.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ