Социаль фонд буйынса төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, сабыйға 3 йәш тулғансы ғаиләләр айлыҡ түләү юллай ала. Ул балаға йәшәү минимумы йәғни 12 мең 271 һумға тиң. Киләһе йылдың февраленән Рәсәйҙә әсәлек капиталы 7,5 процентҡа арта. Икенсе бала өсөн түләү 833 мең 800 һумға етә.







