Бөгөн Өфөнөң Салауат Юлаев проспектында коммуналь авария теркәлде. Ваҡиға буйынса Октябрь районы прокуратураһы тикшереү башлаған. Социаль селтәрҙәрҙәге шаһиттар хәбәр итеүенсә, ер аҫтындағы торба ярылыуы һөҙөмтәһендә парковкалағы автомобилдәр һыу эсендә ҡала. Водителдәр машиналарын ҡотҡарыу өсөн, тубыҡтан һыу кисеп йөрөргә мәжбүр була. Яҡында автосалон һәм ҙур шәхси ойошма булыуы билдәле. Ваҡиға урынына ашығыс рәүештә авария хеҙмәттәре килә. Улар һыу ағыуҙы туҡтата. Баш ҡала хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, ғәҙәттән тыш хәл 1 мең 200 миллиметр диаметрлы баҫым коллекторында теркәлгән.
Салауат Юлаев проспектындағы ваҡиға буйынса Октябрь районы прокуратураһы тикшереү башлаған. Күҙәтеүсе орган ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәрен билдәләй, ресурстар менән тәьмин итеүсе компанияның торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге ҡануниәтте үтәүен тикшерә.



